5 декабрь, Дүшәмбе

12 декабрь 2013 йыл, 16:17

«Матбуғат балы-2013» еңеүселәре онлайн-тауыш биреү юлы менән билдәләнә

автор: Әлим Фәйезов

«Матбуғат балы-2013» сиктәрендә «Йыл журналисы» махсус номинацияһында еңеүсене билдәләү өсөн «Бәйләнештә» социаль селтәрендә онлайн-тауыш биреү башланды.

Сараны ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был номинацияла наградаға республиканың һәр киң мәғлүмәт сараһы редакцияһы үҙ теләге буйынса штаттағы хеҙмәткәрҙәр иҫәбенән берәр кандидат тәҡдим итә алды. Күрһәтелгән кандидат бер нисә критерийға тап килергә тейеш. Атап әйткәндә, коллегалары араһында абруй ҡаҙанған, юғары профессиональ һәм кешелек сифаттарына эйә булған, әүҙем тормош позицияһы алып барған, 2013 йылда үҙ мәҡәләһе менән тәғәйен проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ иткән хеҙмәткәр булырға тейеш.

Был процедурала төбәктең бөтә киң мәғлүмәт саралары тиерлек ҡатнашты. Шулай итеп, «Йыл журналисы» номинацияһында онлайн-тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн 33 кандидат йыйылды.

Башҡа номинацияларҙа, улар араһында «Иҡтисад һәм финанстар», «Сәйәсәт һәм йәмғиәт», «Социаль өлкә һәм мәғариф», «Мәҙәниәт һәм сәнғәт», «Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше», «Һаулыҡ һәм экология», «Сәнәғәт һәм инвестициялар», «Бәләкәй ватан», «Йыл блогеры», еңеүселәр шулай уҡ онлайн-тауыш биреү юлы менән билдәләнәсәк. Конкурста ҡатнашыу өсөн уларҙың кандидатураларын  ошо киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән туранан-тура эш иткән һәм аралашҡан профилле ведомстволар, ойошмалар һәм предприятиелар тәҡдим итте. «Матбуғат балы-2013» сиктәрендә награда алыуға бөтәһе 86 журналист тәҡдим ителде.

Почетлы исемгә дәғүә итеүселәрҙең береһе өсөн «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Матбуғат балы» («Бал прессы») төркөмөнә инеп тауыш бирергә мөмкин. Еңеүсе күпселек тауыш менән билдәләнәсәк.

Башҡортостандың иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен бер нисә номинация буйынса наградлау тантанаһы 16 декабрҙә Өфөлә БР Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында үткәрелә. Сараны ойоштороусылар – БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары  агентлығы, БР Журналистар союзы.