5 декабрь, Дүшәмбе

12 декабрь 2013 йыл, 16:16

Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттерә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттерә. Быйыл Мөрәжәғәтнамә 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тауыш биреү юлы менән ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 20 йыллығы көнөндә уҡып ишеттерелә.

Ҙур Кремль һарайының Георгий залында барған тантанала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституция, Юғары һәм Арбитраж судтары етәкселәре, губернаторҙар корпусы, Федерация субъекттарындағы закондар сығарыу йыйылышы  рәйестәре, традицион конфессиялар башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән төбәктәрҙең йәмәғәт палаталары башлыҡтары, ҙур киң мәғлүмәт саралары етәкселәре ҡатнаша. Бөтәһе 1100 ҡунаҡ саҡырылған, 552 журналист акредитацияланған.