7 декабрь, Шаршамбы

12 декабрь 2013 йыл, 15:20

Шағир һүҙе – халыҡ намыҫы (шағир, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың 75 йәшенә ҡарата)

автор: Владимир Романов

Бөгөн Рауил Төхвәт улы Бикбаев үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй – ул башҡорт шиғриәтендә иң олпат, абруйлы шағирҙарҙың береһе, күренекле парламентарий һәм йәмәғәт эшмәкәре. Күптәргә ул Рауил Бикбай псевдонимы буйынса билдәле.

Рауил Төхвәт улы 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покровка районының Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. 1953 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, 1953-1956 йылдарҙа Аҡбулаҡ педагогия училищеһында уҡый. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Университетты тамамлағандан һуң 1962-65 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһында уҡый. 1965 йылдан – ошо институттың әҙәбиәт бүлеге ғилми хеҙмәткәре. 1966 йылда – «Хәҙерге заман башҡорт шиғриәте» темаһына кандидатлыҡ, 1996 йылда докторлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлай. 1995-2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһына етәкселек итә. Фән менән күп ҡырлы әҙәби эшмәкәрлекте уңышлы берләштерә.

Ижади эшмәкәрлек менән Рауил Бикбаев студент йылдарында уҡ шөғөлләнә башлай. 1957 йылдан алып мәҡәләләр баҫтыра. 1962 йылда «Ағиҙел» журналында уның «Вокзал» исемле беренсе поэмаһы сыға. 1964 йылда "Дала офоҡтары" тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. 60-сы йылдар аҙағында уның үҙенсәлекле «Автобиография» китабы баҫылып сыға.

Рауил Бикбаев шиғырҙар, әҙәбиәтте өйрәнеү һәм ғилми-тикшеренеү эштәренән торған 30-ҙан ашыу китап авторы. Уның ижадына тарихи фекерләү, тормошсан хәлдәрҙе фәлсәфәүи дөйөмләштерергә ынтылыу хас. Туған тел, мәҙәниәт һәм халыҡтың тарихы яҙмышы темалары мөһим урын биләй. Замананың киҫкен проблемалары «Халҡыма хат» шиғри монологында, «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!», «Баҙар балтаһы» поэмаларында сағылыш таба. Бикбаевтың шиғырҙары сағыу образлылыҡ, үҙенсәлекле символикаһы менән айырылып тора.

Рауил Бикбаев шиғриәттә эпик жанрҙары үҫтереүгә тос өлөш индерә. Үҙенең шиғырҙарында һәм поэмаларында шағир йыш ҡына традицион образдарға мөрәжәғәт итә.

Бөйөк шағир жанр формалары һәм һүрәтләү саралары өлкәһендә әүҙем эҙләнде һәм эҙләнә.

Рауил Төхвәт улы Башҡортостан Республикаһының мәҙәни һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, даими рәүештә матбуғатта үткер публицистик һәм тәнҡит мәҡәләләре менән сығыш яһай.

Рауил Бикбаев Салауат Юлаев, Ғәлимов Сәләм, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева исемендәге республика премияларына лайыҡ булған. Почет Билдәһе, Дуҫлыҡ, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары менән наградланған. Уға «Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы» исеме бирелгән.

2007 йылда Рауил Төхвәт улы Бикбаев Башҡортостан Республикаһы Президент Советы составына инде. 2008 йылдың 2 мартында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутат итеп һайланды.

темалар: юбилейҙар