10 декабрь, Шәмбе

12 декабрь 2013 йыл, 14:15

Инновациялар конкурсы еңеүселәре «УМНИК» программаһы грантын алды

автор: Розалия Вәлиева

Өфөлә «УМНИК» фәнни-техник өлкәһендә бәләкәй предприятиеларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү федераль фонды программаһы буйынса инновацион проекттар конкурсының еңеүселәре иғлан ителде, тип хәбәр иттеләр БР Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фондының матбуғат хеҙмәтенән.

«Мәғлүмәти технологиялар» йүнәлеше буйынса Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Олег Целишевтың автоматлаштырылған режимда электрон баҫма платаһына һаҡ япмаһы һалыу комплексын эшләү буйынса проекты еңде. Технология төрлө өлкәлә киң ҡулланыу таба аласаҡ – автоматика, сәнәғәт электроникаһы, автомобиль электроникаһы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн электроника.

«Киләсәк медицинаһы» өлкәһендә эксперттар Рәсәй Фәндәр Академияһының Нефть-химия һәм катализ институты аспиранты Зарема Хәйруллинаның үҫемлек сеймалынан гликозоид алыу буйынса экологик саф технологияһын билдәләне, был проект лайыҡлы беренсе урынды яуланы.

«Заманса материалдар һәм уларҙы булдырыу технологиялары» йүнәлешендә Дмиртий Кононов (ӨДАТУ) һәм уның «Газ турбинаһы двигателдәре лопаткаларын түңәрәк электрохимик ысул менән эшкәртеү» проекты иң яҡшыһы тип танылды.

«Яңы приборҙар һәм аппарат комплекстары» тематикаһында Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Булат Еникеев үҙенең параллель кинематика нигеҙендә токарь төркөмө станоктарын өйрәнеү проекты менән лидер булды.

«Биотехнологиялар» йүнәлешендә эксперт комиссияһы бер тауыштан ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив тракты дисбиотик процестарында ҡулланыла торған диагностика йыйылмаһын эшләгән Анжела Цветкованы (БДМУ) еңеүсе тип таныны.

— Үткән йыл менән сағыштырғанда быйыл вуздар менән хеҙмәттәшлек итеүҙән тыш, үҙаллы эшләнгән проекттар һаны артты, — тип билдәләне БР Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фонды етәксеһе Сергей Гладких. – Финалда грант өсөн 55 ғалим көрәште. Йомғаҡтарға ҡарап, иң яҡшы 14 проект һайлап алынды: «Мәғлүмәти технологиялар», «Киләсәк медицинаһы», «Яңы приборҙар һәм аппарат комплекстары», «Биотехнологиялар» йүнәлештәре буйынса өсөшәр проект һәм «Заманса материалдар һәм уларҙы булдырыу технологиялары» йүнәлеше буйынса ике проект. Эштәр традицион критерийҙар – актуаллек, продукттың йәки технологияның техник әһәмиәте, проектты бойомға ашырыу мөмкинлеге – буйынса баһаланды.  

Средстволарҙы еңеүселәр ике йыл дауамында файҙалана аласаҡ. Был маҡсатлы субсидиялар, улар инновацион проекттарҙы эшләп бөтөрөү һәм уларҙы коммерциялаштырыу стадияһына тиклем еткереү мөмкинлеге бирә.

«УМНИК» программаһының киләһе конкурсы 2014 йылдың яҙында үткәрелә. Заявкалар Фәнни-техник өлкәлә бәләкәй предприятиеларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды сайтында ҡабул ителә.

темалар: гранттар,фән