10 декабрь, Шәмбе

12 декабрь 2013 йыл, 12:23

Учалы районында 41 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта алды

автор: Арина Рәхимҡолова

Учалы районы хакимиәтендә тантаналы рәүештә йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға социаль түләүҙәр тапшырылды. Улар барыһы ла — торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә республика дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашыусылар.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә һөйләүҙәренсә, торлаҡ сертификаттары дөйөм 20 миллион һумдан ашыуға 41 ғаиләгә бирелде. Тантаналы шарттарҙа Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев барыһын да ихлас ҡотлап, уларға көтөп алған документтарҙы тапшырҙы.  

— Ғаилә институтына ярҙам илебеҙ, республикабыҙ социаль сәйәсәтендә өҫтөнлөклө булды һәм булып ҡала, — тип билдәләне район етәксеһе. — Бөгөн ғаиләнең абруйын күтәреүгә, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы өс йылда районыбыҙҙың 181 ғаиләһе ошондай сертификаттар алды.  

Быйыл район хакимиәте йәш ғаиләләргә субсидиялар алыуға документтар әҙерләү буйынса ҙур эш башҡарҙы, һөҙөмтәлә Учалы районы алынған сертификаттар һаны буйынса республикала Өфөнән һәм Стәрлетамаҡтан ҡала өсөнсө урынды биләне.  

Йәш ғаиләләрҙең күбеһе тантанаға балалары менән килгәйне, шуға күрә район хакимиәте башлығы социаль ярҙам мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлде, һуңғы йылдарҙа тыуым күрһәткестәре юғары булыуын билдәләне. Быйыл районда 1154 сабый тыуған, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда — 1127 ине.

Субсидияларҙың минималь суммаһы 297 мең һум тәшкил итте, максималь — 875 мең һум. Сертификат алыусылар был аҡсаны фатир һатып алыуға, йорт төҙөүгә йәки булған торлаҡ майҙанын киңәйтеүгә тәүге взнос итеп файҙалана ала.