Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө художество галереяһы «Рухлылыҡ, йолалар, оҫталыҡ» күргәҙмәһен тәҡдим итә

Мәҙәниәт

Өфө художество галереяһында бөгөн, 12 декабрҙә, «Рухлылыҡ, йолалар, оҫталыҡ» республика күргәҙмәһе асыла.

Экспозицияла 170-тән ашыу һынлы сәнғәт, графика, скульптура, биҙәү-ҡулланма сәнғәт әҫәрҙәре тәҡдим ителгән. Экспоненттар араһында БР Рәссамдар союзы ағзалары ла, яңы ижад юлын башлаусы йәш авторҙар ҙа. Күргәҙмәгә эштәр профессионаллек һәм образлы йөкмәткелелек критерийҙары буйынса һайлап алынды.

БР Мәҙәниәт министрлығында билдәләүҙәренсә, «жанрлы картина һәр саҡ башҡорт һынлы сәнғәтенең көслө яғы булды, бөгөн дә рәссамдар был рубежды лайыҡлы тота. Ундағы төп йүнәлештәрҙең береһе – милли тематика, ул милли традицияларҙы берләштереүҙә һәм хәҙерге һынлы мәҙәниәт алымдарын формалаштырыуҙа сағылыш таба. Рәссамдар, донъя, матурлыҡ һәм рухи традицияларҙы һаҡлау тураһында үҙ фекерҙәрен туплап, төрлө тематика һәм стилистика таба. Бында тәжрибәле оҫталарҙың ғына түгел, ә етди уй-фекерҙәрен һәм ҡарарҙарын сағылдырған йәш авторҙарҙың эштәре хаҡында ла һөйләргә була».

Йыл һайын художество күргәҙмәләре отчетын үткәреү буйынса ижади проектты «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе бойомға ашыра.

Экспозиция 17 сәғәттә асыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть