Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Сәйәсәт

12 декабрҙә, Рәсәй Конституцияһының 20 йыллығын байрам иткән көндө, ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай. Был документ дәүләт башлығының илдәге эштәр хәле, эске һәм тышҡы сәйәсәттең төп йүнәлештәре хаҡында нисек күҙаллауын сағылдыра.

Дәүләт башлығының парламентҡа сираттағы мөрәжәғәтнамәһе Кремлдең Георгий залында Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 12-лә меңләгән саҡырылған кешеләр алдында уҡып ишеттерелә. Сарала ҡатнашыусылар араһында депутаттар һәм сенаторҙарҙан тыш – хөкүмәт ағзалары, Конституция, Юғары һәм Арбитраж судтары етәкселәре, төбәктәр етәкселәре, субъекттарҙың закондар сығарыу йыйылышы рәйестәре, традицион конфессиялар башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҙур киң мәғлүмәт саралары етәкселәре.

Президенттың матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков «Россия 24» каналына хәбәр итеүенсә, Владимир Путиндың телмәре бер сәғәтләп барасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть