Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә оборона комплексы предприятиеларының эш перспективаларын тикшерҙеләр

Иҡтисад

Өфөлә «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы «Авиация ҡорамалдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Ростех» дәүләт корпорацияһы) менән бергә Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларының техник директорҙары кәңәшмәһен ойошторҙо.

БР Сәнәғәт министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ведомство тарафынан техник белгестәрҙең бындай кәңәшмәһе өсөнсө тапҡырына үткәрелә инде, әммә был юлы предприятиелар даирәһе оборона-сәнәғәт комплексы производстволары менән генә сикләнде. Был инициативаны «Авиация ҡорамалдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре тәҡдим итте, бында ике төп маҡсат күҙ уңында тотолдо: төрлө вертикаль-интеграция структураларына ингән предприятиелар араһында кооперация бәйләнештәрен юлға һалыу һәм предприятиеларҙың техник белгестәре араһында аралашыу дефицитын бөтөрөү.

Кәңәшмәлә республика предприятиеларының һәм «Авиация ҡорамалдары» холдингының техник подразделениелары етәкселәре, республика Президенты Хакимиәте һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырышта Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларының эш йомғаҡтары, шулай уҡ етештереү һөҙөмтәлелеген күтәреү маҡсатында бизнес-процестар ойоштороу кәрәклеге тикшерелде. Йыйылыусылар Башҡортостан Республикаһының оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларында проекттар менән идара итеү системаларының һөҙөмтәлелеге, ҡорамалдар әҙерләгәндә 3D-технологияларҙы ҡулланыу перспективалары тураһында һөйләште.

Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса бындай сараларҙы ярты йылға бер тапҡыр үткәрергә ҡарар ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть