8 декабрь, Кесе йома

11 декабрь 2013 йыл, 18:16

«Айыҡ ауыл - 2013» конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләйҙәр

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл — 2013» республика конкурсында ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үткәрелә. Быйыл ярыш үткәреү инициативаһын БР Хөкүмәте яҡлап сыҡты.

Иң айыҡ ауыл исеме өсөн 40 район һәм ҡаланан 80 ауыл биләмәһе көрәште. Урындарҙа ысын хәл менән танышыу өсөн 17 июлдән 5 сентябргә тиклем конкурс комиссияһының туғыҙ күсмә ултырышы ойошторолдо, комиссия ағзалары 61 ауыл биләмәһенә барҙы. Конкурс барышында унда ҡатнашыусылар фото һәм видео ҡушымталар менән мәғлүмәт отчеттары ебәреп торҙо.

Бөтә үткәрелгән саралар һөҙөмтәләре буйынса «Айыҡ ауыл — 2013» конкурсы еңеүселәре тип Иглин районының Үктәй ауыл Советы, Әбйәлил районы Байым ауыл Советының Рәхмәт ауылы, Бүздәк районының Төрөш ауыл Советы танылды.

Шулай уҡ конкурстың 10 номинацияһында еңеүселәр билдәләнде. Уларҙың барыһына ла аҡсалата бүләк алыу хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырыла.

Бынан тыш, киң мәғлүмәт саралары араһында призерҙар асыҡланды. Мәҫәлән, «Айыҡ ауыл — 2013» республика конкурсын иң яҡшы яҡтыртыу һәм халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау» номинацияһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы еңде, «Ауыл тураһында иң яҡшы фото-, видеорепортаж»  номинацияһында — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.

Конкурста ҡатнашҡан бөтә ауыл биләмәләре һәм ауылдар ҡатнашыусы дипломдары ала.

Бүләкләү тантанаһы Иглин районының Мәҙәниәт йортонда 13 декабрҙә 17 сәғәттә үткәрелә.