Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Октябрьскийҙан 15 йәш ғаилә торлаҡ сертификаты алды

Йәмғиәт

Октябрьскийҙа йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программа сиктәрендә таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы үтте. Бала тыуғанда социаль түләүҙәр сертификатын 15 ғаилә алды, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Юлия Функ.

Йыйылыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Алексей Шмелев тәбрикләне. Ул, 15 сертификат буйынса дөйөм сумма 3 701 670 һум тәшкил итә, тип билдәләне. Алексей Шмелев әйтеүенсә, йыл аҙағына тиклем Октябрьскийҙа тағы ла 20-ләп таныҡлыҡ тапшырыласаҡ.

Бындай ярҙам хәҙерге йәмғиәттә ғаиләнең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Быны тантанала ҡатнашыусылар үҙҙәре лә таный – йәштәрҙең шатлығын уртаҡлашырға ғаиләнең өлкән ағзалары ла килгәйне.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть