Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асыла

Мәҙәниәт

Өфөлә 16 декабрҙә СССР-ҙың халыҡ артисы, режиссер, драматург Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асыласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Бер көн алда, 15 декабрҙә, сәхнә оҫтаһының тыуған көнөндә Башҡорт дәүләт академия драма театрында Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» (режиссеры — Айрат Абушахманов) трагедияһы буйынса спектакль ҡуйыласаҡ, коллектив уны Башҡорт академия драма театрының мәшһүр артисының яҡты иҫтәлегенә арнай.

Арыҫлан Мөбәрәков, һис шикһеҙ, башҡорт театры тарихында төп фигураларҙың береһе. Уның исеме бөтә башҡорт мәҙәниәте үҫеше һәм сәскә атыуы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Бөтә ижади тормошонда ул 200-ләп роль башҡарған, сағыу, онотолмаҫлыҡ образдар галереяһы ҡалдырған, улар башҡорт милли театр сәнғәте хазинаһына ингән.

Арыҫлан Ҡотлоәхмәт улы образын мәңгеләштереү бәхете скульптор Владимир Дворникка тейҙе. Башҡорт артисына һәйкәл Өфөнөң В.И.Ленин исемендәге паркында ҡуйылды. Композиция сәхнәлә сығыш яһаусы артист кәүҙәһен һынландырған. Уның артында театр шаршауы фрагменты урынлаштырылған. Бөйөк артистың ҡыҙы Гөлли Мөбәрәкова был ваҡиғаның мөһимлеге тураһында һөйләп, «...Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асыу — ул бөтә Башҡортостан Республикаһының театр сәнғәтенә һәйкәл асыу», тип билдәләне.

Һәйкәл 15 сәғәттә асыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть