Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй Үҙәк банкы һумдың график символын раҫланы

Иҡтисад

РФ Үҙәк банкының Директорҙар советы һумдың символын раҫланы, тип хәбәр итә «Интерфакс» агентлығы, Рәсәй банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллинаға һылтанма яһап.

Символ сифатында һыҙылған «Р» хәрефе билдәһе һайланған.

2013 йылдың ноябрендә Үҙәк банк йәмәғәтселек хөкөмөнә символдың биш вариантын тәҡдим итте. 5 ноябрҙән 5 декабргә тиклем РФ Үҙәк банкы тарафынан уҙғарылған фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса раҫланған һум символы иң популяр булды. Һорау алыуҙа 280 мең самаһы кеше ҡатнашты.

Раҫланған вариант ҡатнашыусыларҙың 61 проценттан ашыу тауышын йыйҙы. Үҙәк банк сайтында фекер алышыусыларҙың комментарийҙары бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть