9 декабрь, Йома

11 декабрь 2013 йыл, 16:21

2014 йылда әсәлек капиталы күләме 429 мең 400 һум тәшкил итәсәк

автор: Розалия Вәлиева

Әсәлек (ғаилә) капиталы күләме 2014 йылда 429 мең 400 һум тәшкил итәсәк, тип хәбәр иттеләр РФ Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән.

Сертификатты алыу өсөн 2016 йылдың 31 декабренә тиклем бала тыуырға йәки уллыҡҡа алынырға тейеш. Сертификатты алыу һәм уның средстволары менән файҙаланыу ваҡыты сикләнмәгән, уны 2016 йылдың 31 декабренән һуң да ҡулланып буласаҡ.

Законды тормошҡа ашыра башлағандан алып республикала әсәлек капиталын алыусы ғаиләләр һаны 170 меңдән артты. Уларҙың 36 проценты средстволарҙы файҙаланған да инде.

Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса идарасы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, бөгөнгө көнгә әсәлек капиталы менән Башҡортостан Республикаһының 97,5 мең ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан: 68 меңдән ашыу ғаилә өлөшлөтә йәки тулыһынса әсәлек капиталы менән 23 миллиард һумға торлаҡ кредиттарын ҡаплаған, тағы ла 29 меңе был средстволарҙы кредит алмайынса торлаҡ һатып алыуға, төҙөлөшкә йәки реконструкцияға йүнәлтеп, дөйөм 8,3 миллиард һумға торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

2013 йылда әсәлек капиталы средстволарын тотоноуҙы көйләү буйынса 256-ФЗ законға мөһим үҙгәрештәр индерелде. Әсәлек капиталы иҫәбенә бурыстарҙы ҡаплаған ойошмалар даирәһе сикләнде. Индерелгән үҙгәрештәр средстволарҙы аҡсалата алыу һәм маҡсатһыҙ тотоноу өсөн мутлашыу схемаһын ҡулланыуға сик ҡуйырға тейеш.

Бынан тыш, район һәм ҡала Пенсия фонды идаралыҡтарына 94 миллион һумға балаларға белем биреүгә тотоноуға 2374 ғариза бирелгән, шул иҫәптән 3,6 миллион һумға – балалар баҡсаларында балаларҙы ҡарауға 156 ғариза һәм 6,2 миллион һумға – әсәнең буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә күсереүгә 78 ғариза.

темалар: пенсия фонды