7 декабрь, Шаршамбы

11 декабрь 2013 йыл, 15:31

Силәбелә йәш ҡурайсылар әҙерләйҙәр

автор: Арина Рәхимҡолова

Силәбелә Шәйехзада Бабич исемендәге китапхана базаһында боронғо башҡорт халыҡ музыка ҡоралы – ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү курстары үткәрелә. Уға ошо өйрәтеү методикаһы авторы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселек итә.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге матбуғат сәркәтибе Михаил Хәбиров һөйләүенсә, Азат Айытҡоловтың методикаһы буйынса ҡурайҙа бер ҡасан да уйнап ҡарамаған кеше ни бары ете көн эсендә өс-дүрт көй өйрәнә ала. Уҡытыу Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы тарафынан «Башҡорт йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм популярлаштырыу» проекты сиктәрендә уҙғарыла. Курстар йәштәр араһында башҡорт милли уйын ҡоралында башҡарыусылар төркөмөн ойоштороуға булышлыҡ итергә тейеш.

Музыкант Силәбе өлкәһенә килгән ваҡытында Ҡоншаҡ районының «Маяҡ батырҙары» башҡорт ансамбле балалары өсөн ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ-класы үткәрергә һәм Арғаяш районының башҡорттар йәшәгән Ҡолой ауылында балалар йорто тәрбиәләнеүселәре алдында хәйриә концерты менән сығыш яһарға йыйына.

Ҡурайҙа уйнау курстары 16 декабрҙә башлана.