Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә шәкәр диабетынан яфаланған балаларға ярҙамға хәйриә фонды үткәрелә

Йәмғиәт

Бөгөн, 11 декабрҙә, Өфөлә шәкәр диабетынан яфаланған ауыр сирле балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Ҡала хәйриә балы» үтә.

Сара БР-ҙа Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Өфө хакимиәте ярҙамында уҙғарыла. «Ҡотҡар мине!» хәйриә фонды, «Балалар Диабеты» үҙәге йәмәғәт ойошмаһы һәм Башҡортостан реклама компанияһы уның ойоштороусылары булып тора.

Байрамға йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, бизнес, медицина берләшмәһе һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырылған.

Бал программаһында йәш таланттар ҡатнашлығында концерт, Өфөнөң билдәле рәссамдары картиналарының хәйриә аукционы ҡаралған.

Сара Менделеев урамы, 160/5 адресы буйынса үтә. Башлана 20 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть