6 декабрь, Шишәмбе

11 декабрь 2013 йыл, 14:43

Башҡортостан Композиторҙар союзын Ләйлә Исмәғилева етәкләне

автор: Алик Шакиров

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзының Устав буйынса дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә торған сираттағы отчет-һайлау йыйылышы үтте.

Йыйылыш эшендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Рәсәй Федерацияһы Композиторҙар союзының яуаплы сәркәтибе Ширвани Чалаев ҡатнашты.

Башҡортостан Композиторҙар союзының яңы рәйесе итеп профессор, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының композиция кафедраһы мөдире, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР халыҡ  артисы, БР, СССР һәм РФ Композиторҙар союзы ағзаһы, Рәсәй композиторҙар союзының Д.Д.Шостакович исемендәге премия лауреаты Ләйлә Исмәғилева һайланды, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ләйлә Исмәғилева Мәскәүҙә тыуған. 1972 йылда Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка-педагогия институтының композиторҙар факультетын тамамлай. Шул уҡ йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй. 1979-98 йылдарҙа – кафедра мөдире, 1990-92 – фәнни эш буйынса проректор, 2004 йылдың мартынан – композиция кафедраһы мөдире. Ул «Хужа Насретдин», «Арҡайым» балеттары, симфоник һәм камерный, вокал-инструменталь әҫәрҙәр, театр спектаклдәренә музыка авторы. З.Исмәғилев исемендәге Халыҡ-ара конкурстың художество етәксеһе.

«Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы» — композиторҙарҙы һәм музыка белгестәрен берләштереүсе ижади йәмәғәт ойошмаһы. Бөгөнгә көнгә 31 композитор һәм 15 музыка белгесе Союзда тора.