9 декабрь, Йома

11 декабрь 2013 йыл, 14:00

«Үҫәргән» халыҡ театры Өфөлә «Байраҡ аҫтында…» спектаклен күрһәтә

автор: Алик Шакиров

Өфөлә яҡташтар осрашыуы үткәреү яҡшы һәм күркәм йолаға әүерелде. Бындай саралар кешеләр араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙа ҙур роль уйнай. Республиканың баш ҡалаһында йәшәүсе Ейәнсура районы яҡташтары бындай осрашыуҙарҙы айырыуса ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле итеп үткәрә. Сираттағы тапҡыр улар кесе йома, 12 декабрҙә, Башҡорт дәүләт филармонияһында йыйыласаҡ, тип хәбәр ителә «Башкортостан» гәзитендә.

Һәр ваҡыттағыса «Ейәнсура» республика йәмәғәт ойошмаһы эшенә йомғаҡ яһау, концерт номерҙарынан тыш, яҡташтар осрашыуы кисәһенең икенсе өлөшөндә Ейәнсура районының «Үҫәргән» халыҡ театры артистары һәләтле шағир һәм драматург Салауат Әбүзәрҙең «Байраҡ аҫтында…» пьесаһы буйынса спектакль ҡуясаҡ. Пьесаны йәш режиссер Радмир Дәүләтбәков сәхнәгә ҡуйған.

Бик ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле спектаклде «Үҫәргән» халыҡ театры былтыр Ейәнсура районы мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә ҡуйғайны һәм ул шунда уҡ тамашасыларҙың һөйөүен яулағайны. Быныһында спектаклде театр яратыусы өфөлөләр ҙә ҡарай ала.

темалар: театр,яҡташтар