4 декабрь, Йәкшәмбе

11 декабрь 2013 йыл, 11:25

Өфөлә эшсе йәштәр проблемаларына арналған халыҡ-ара форум үтте

автор: : Арина Рәхимҡолова

Өфөнөң «Динамо» спорт комплексында Евразия Металлистар федерацияһының 20 йыллығына арналған Халыҡ-ара йәштәр форумы үтте. Сараны ойоштороусы — машиналар эшләү тармаҡтарының Профсоюздар ассоциацияһы.

Форумда Рәсәйҙең машиналар эшләү предприятиеларынан эшсе һөнәрҙәре вәкилдәре, Украинанан һәм Төркиәнән, Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан делегациялар — бөтәһе 900-гә яҡын кеше ҡатнашты.

Конференцияла йәштәрҙе борсоған проблемалар күтәрелде. Ҡатнашыусылар түбән эш хаҡы кимәлен, торлаҡ һатып алыу мөмкин булмауын, квалификациялы кадрҙар етешмәүен һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Һәр ҡатнашыусы БР министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәренә һорауҙар бирә һәм уларға яуап ала алды.  

— Белем алдыҡ, ә артабан нимә? Беҙ предприятиеларҙағы күп проблемаларҙы хәл итергә маташабыҙ, ләкин дәүләт органдары ярҙамынан тыш хәл итеп булмаҫтайҙары байтаҡ, — тип билдәләне республиканың сәнәғәт предприятиеларынан йәштәр вәкилдәре.

Форум барышында презентациялар менән Төркиәнән һәм Украинанан делегациялар вәкилдәре, БР машина эшләүселәр профсоюзы һәм Рәсәй авиация сәнәғәте хеҙмәтсәндәре профсоюзының Республика ойошмаһы командалары сығыш яһаны.

Конференция йомғаҡтары буйынса бер тауыштан резолюция ҡабул ителде, ул Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәттәренә, Эш биреүселәр союзына, Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһына һәм уның бөтә кимәлдәрҙәге структура ойошмаларына, Йәштәр профсоюз советтарына һәм уларҙың ағзаларына ебәреләсәк. «Мираҫ», «Арғымаҡ» ижади коллективтарының һәм башҡа артистарҙың сығыштары форумды биҙәне, тип хәбәр иттеләр БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән.