4 декабрь, Йәкшәмбе

11 декабрь 2013 йыл, 10:33

Ойошмалар милкенә һалым тураһында законды 2015 йылдың 1 ғинуарынан индерергә планлаштырыла

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика ҡаҙнаһының һалым һәм һалым булмаған табыштарын һәм муниципаль берәмектәрҙең бюджеттарын арттырыу мәсьәләләре тикшерелде.

— Бер ай тирәһе элек Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексына мөһим үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер төбәктәргә ойошмалар милкенә ҡараған айырым күсемһеҙ милек объекттарына һалым һалыу буйынса һалым базаһын билдәләү үҙенсәлектәре тураһында  закондар ҡабул итеү хоҡуғы бирелде, — тип билдәләне табыштар потенциалын арттырыу мәсьәләләре буйынса Ведомство-ара комиссия ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Шуныһы мөһим, офис һәм сауҙа күсемһеҙ милкенә һалым уларҙың кадастр хаҡы буйынса иҫәпләнәсәк (әлегә тиклем баланс ҡиммәте буйынса иҫәпләп сығарыла ине). Бөгөн күп ҙур комплекстарҙың баланс, асылда, ҡалдыҡ ҡиммәте — бик түбән. Тимәк, һалым суммаһы ла ҙур түгел.

Республика башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, ваҡлап һәм күмәртәләп һатыу, түләүле хеҙмәтләндереүҙәр һәм йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше 2012 йылда Башҡортостанда 1,4 триллион һумдан ашҡан. Был иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса дөйөм әйләнештән 57 процент, йәки өстән ике өлөшө.  

Башҡортостандың тупланма бюджетына сауҙанан, көнкүреш хеҙмәтләндереүенән һәм йәмәғәт туҡланыуынан былтыр 11 миллиард һум самаһы һалым ингән, йәғни бөтә һалым керемдәренән 11,5 процент. Шул иҫәптән ойошмалар милкенә һалым 483 миллион һум тәшкил иткән, ә дөйөм республика күләмендә 8,1 миллиард һум ҡаралған, йәғни ни бары алты процент. Шулай итеп, «был секторҙа республика бюджетына керемдәр өлөшөндә ингән һалым ни бары 0,7 процент ҡына тәшкил итә».

— Яңы закон бюджет табыштарын арттырырға ярҙам итәсәк. Әммә беҙ, был законды тормошҡа ашырыу эҙемтәләренә ентекле анализ яһамайынса, яңы ҡағиҙәләрҙе индерә алмайбыҙ, тип иҫәпләйем, — тине Башҡортостан Президенты. — Республика бюджеты өҫтәмә килем алыу мөмкинлегенә ҡарамаҫтан, беҙ  бизнес-берләшмәнең мәнфәғәттәрен дә иҫәпкә алырға тейешбеҙ. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу беҙҙең өҫтөнлөктәребеҙҙең береһе булып тора. Бынан тыш, был яңылыҡ тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтарында, ҡуртым хаҡында туранан-тура сағылыуы мөмкин.

Федераль закон менән төбәктәргә һалым ставкаһын үҙ аллы билдәләү хоҡуғы бирелгән. 2014 йылда — 0-дән 1 процентҡа тиклем, 2015 йылда – 1,5 процентҡа тиклем, 2016 һәм унан һуңғы йылдарҙа – 2 процентҡа тиклем.

Үҙ сиратында БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов аңлатыуынса, «тора-бара физик һәм юридик шәхестәрҙең күсемһеҙ милкенә баҙар хаҡы нигеҙендә һалым һалынасаҡ».

Беренсе вице-премьер һүҙҙәренә ҡарағанда, 2013 йылдың 10 айында республика бюджетына 9,3 миллиард һум күләмендә милеккә һалым ингән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағыға ҡарағанда 19 процентҡа күберәк.  

— Һалым һалыуҙы ҡайтанан ҡарау мәсьәләһе, күренеүенсә, бик етди. Шуға күрә күсемһеҙ милек объекттарына инвентаризация үткәреү мөһим. Был һалымды индереү буйынса вәкәләтле орган итеп республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығын тәғәйенләргә тәҡдим ителә, — тип хәбәр итте ултырышта Рөстәм Мәрҙәнов.