9 декабрь, Йома

10 декабрь 2013 йыл, 17:40

Күмертау Ветерандар советы Ватан геройҙары көнөнә яңы биналы булды

автор: Арина Рәхимҡолова

Күмертау Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы яңы биналы булды. Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт тәьминәте бүлеге начальнигы Елена Вершинина һөйләүенсә, элекке Ветерандар советы урынлашҡан бина кәрәкле талаптарға яуап бирмәй ине. Ветерандар урын етмәү, заманса техник средстволар булмау яғынан ҡыйынлыҡтар кисерҙе. Әммә хатта ошондай шарттарҙа ла активистар ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашты, ветерандарға социаль ярҙам, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, ветерандар хәрәкәтен үҫтереү һәм нығытыу буйынса эш алып барҙы.

Ошо көндәрҙә Ватан геройҙары көнөнә ҡарата Күмертау Ветерандар советы уңайлы һәм тулыһынса йыһазландырылған яңы бина алды.

Асыу тантанаһында урындағы хакимиәт башлығы Борис Беляев барыһын да ошо ваҡиға менән ҡотлап, ветерандар хәрәкәте ҡаланың ижтимағи-сәйәси тормошона ҡеүәтле импульс бирә тип, һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Әлеге ваҡытта ҡалала 19 мең самаһы пенсионер йәшәй, уларҙы берләштерергә һәм йәмәғәт эше өсөн шарттар булдырырға кәрәк, — тине Борис Беляев.

— Беҙ бөгөн муниципаль етәкселектең етди ярҙамын тоябыҙ, — тип билдәләне үҙенең яуап телмәрендә Ветерандар советы рәйесе Закир Әкбәров. — Беҙгә ҡала хакимиәте, халыҡты социаль яҡлау комитеты һәм башҡа ойошмалар ярҙам итә.

Тантаналы өлөштән һуң ҡунаҡтар яңы кабинеттарҙа булып, ҡуйылған экспонаттар менән таныша алды.

Ветерандар советы раҫлауынса, яңы бина яңы эштәр өсөн этәргес булып торасаҡ. Бында шахмат-шашка клубы ойошторорға, осрашыу кисәләре үткәрергә планлаштыралар.