11 декабрь, Йәкшәмбе

10 декабрь 2013 йыл, 17:11

Төбәктә тулайым һауым 1,6 миллион тоннанан артты

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда йыл башынан алып тулайым һауым 1,617 миллион тоннанан артты. Был күләмдән ауыл хужалығы предприятиелары өлөшөнә 603,7 мең тонна самаһы һөт тура килә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йыл башынан алып республика ауыл хужалығы ойошмалары, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 1411 тоннаға күберәк һөт һауып алған.

Быйыл һөт барыһынан да күберәк Саҡмағош (40,5 мең тоннанан ашыу), Стәрлетамаҡ (36,8 меңдән күберәк), Дүртөйлө (32,9 меңдән ашыу), Илеш (27 меңдән күберәк) һәм Ауырғазы (23,8 мең самаһы) райондары хужалыҡтарында алынған.