Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Яңы йылды байрам итер өсөн төбәктә 200 мең шыршы әҙерләнә

Иҡтисад

Башҡортостанда яңы йыл шыршыларын әҙерләү бара. Республика Урман хужалығы министрлығына ҡараған бер нисә дәүләт унитар предприятиеһы шыршыларҙы Өфөгә килтерәсәк. Һәр йылдағыса иң ҙур ғаилә байрамына ағастар махсус ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һәм шыршы баҙарҙарында һатыласаҡ.

— Дөйөм алғанда, «урман» дәүләт унитар предприятиелары быйыл 220 мең ағас әҙерләргә планлаштыра. Улар шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы. Бөгөнгө көнгә биш мең самаһы шыршы, 48 мең ҡарағай һәм 14 меңләгән аҡ шыршы әҙерләнгән. Яңы йыл ағастарының иң күбен – 20 меңләп ағасты һәр ваҡыттағыса «Белорет урманы»,«Туймазы урманы» һәм «Йылайыр урманы» дәүләт унитар предприятиелары хеҙмәткәрҙәре әҙерләй, —тип хәбәр итте БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин.

Министрлыҡ тәҡдим иткән күмәртәләп һатыу хаҡтары шыршыға – 250 һум, ҡарағайға – 210 һум, аҡ шыршыға 300 һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта предприятиелар баҙар шарттарына бәйле үҙ хаҡтарын да ҡуя ала.

Белешмә. 2012 йылда республика Урман хужалығы министрлығына ҡараған ойошмалар 20 миллион һумдан ашыуға яңы йыл продукцияһын һатҡан. Быйыл да һатыуҙан килгән төшөм аҙ булмаҫ, тип көтөлә. БР Урман хужалығы министрлығында аңлатыуҙарынса, ҡағиҙә буйынса яңы йыл ағастары аныҡ билдәләнгән урындарҙа әҙерләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть