8 декабрь, Кесе йома

10 декабрь 2013 йыл, 12:35

Республикала иң яҡшы электрон мәктәптәрҙе һайлайҙар

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

«Электрон мәктәп» республика белем биреү форумы еңеүселәрен шишәмбе, 10 декабрҙә, иғлан итәләр. Электрон белем биреү өлкәһендә иң яҡшы тәжрибә күрһәткән 70 мәктәп-конкурсант араһынан 32 дөйөм белем биреү учреждениеһы киләһе турға үтте. Ошо көндәрҙә улар БР Мәғарифты үҫтереү институтында жюри ағзалары алдында үҙ проекттарын презентацияланылар.

— Әлеге ваҡытта был процесты техник тәьмин итеү буйынса бөтә шарттар булдырылған, тик бөгөн беҙҙең бурыс – һәр уҡытыусыны тәү сиратта электрон белем биреү сиктәрендә дәрес үткәреү методикаһына өйрәтеү, — тип билдәләне жюри рәйесе, БР мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Руслан Хәбибов.— Мәғлүмәти технологиялар белем биреү ҡоралы булыу ғына түгел, ә үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү өсөн дә хеҙмәт итергә тейеш. Һәм бында, әлбиттә, уҡытыусының роле – иң мөһиме, был өлкәлә беҙ уны алмаштыра алмайбыҙ. Беҙҙең һуңғы һөҙөмтә – ул мәктәпте тамамлағас, юғары белем биреү учреждениеһына уҡырға инеү мөмкинлегенә эйә булған уңышлы бала.

«Электрон мәктәп» инновацион белем биреү учреждениелары форумы республикала беренсе тапҡыр уҙғарылды. Ул бөгөн смарт-белем биреү технологияһын Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә лә ҡулланыуҙарын күрһәтте.

Проекттарҙы баһалағанда жюри уның ышандырырлыҡ булыуын, теманың еренә еткереп эшләнеүен, үҙ-ара бәйлелекте, күрһәтмә материалдар булыуын иҫәпкә алды.

Конкурс йомғаҡтары буйынса 20 смарт-мәктәп һайлап алына. Улар үҙ тәжрибәһен төбәктең бөтә дөйөм белем биреү учреждениялары менән уртаҡлаша ала.