5 декабрь, Дүшәмбе

10 декабрь 2013 йыл, 14:55

Башҡортостандан 12 спортсы Италияла Универсиадала ҡатнаша

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандан 12 спортсы Рәсәй йыйылма командаһына инде һәм 11 декабрҙән 21-енә тиклем Италияның Трентино ҡалаһында үтәсәк XXVI Бөтә донъя ҡышҡы Универсиадаһында ҡатнаша, тип хәбәр итә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.

Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Уйындарҙа бөтә донъянан өс меңдән ашыу спортсы ҡатнаша. Рәсәй йыйылма командаһы составына 170 кеше инде. Спортсылар биатлонда, тау саңғыһы спортында, керлингта, конькиҙа йүгереү спортында, саңғы двоеборьеһында, саңғы уҙышында, саңғыла трамплиндан һикереүҙә, сноубордта, фигуралы шыуыуҙа, фристайлда, шорт-тректа һәм шайбалы хоккейҙа миҙалдар өсөн көрәшәсәк. Бөтәһе 70 комплект миҙалдар уйнатыласаҡ.

Рәсәй йыйылма командаһы составына Рәмил Зарифуллин, Әдил Сәйфуллин (саңғыла трамплиндан һикереү), Дмитрий Жарков (саңғы двоеборьеһы), Дмитрий Мигунов һәм Дмитрий Мясников (шорт-трек), Михаил Пудовкин (фристайл — ски-кросс), Ольга Репницина (саңғы уҙышы), Антон Копривица (борд-кросс) һәм Константин Еркаев (слоуп-стайл) инде, тиелә БР Спорт министрлығы белдереүендә.

Өфөнөң хоккей мәктәбендә тәрбиәләнеүсе Юлия Садиҡова, шулай уҡ был миҙгелдә «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы составында сығыш яһаусы Елена Булатова менән Эллина Митрофанова ла Рәсәй йыйылма командаһы составында.