11 декабрь, Йәкшәмбе

10 декабрь 2013 йыл, 13:04

Өфөлә йылына 1 миллион тоннаға тиклем этилен сығарыу планлаштырыла

автор: «Башинформ»

Берләшкән нефтехимия компанияһы (БНК, «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы»ның ярҙамсы предприятиеһы) 2018 йылда Өфөлә йылына 1 миллион тоннаға тиклем этилен етештереү буйынса яңы проектты файҙаланыуға тапшырырға планлаштыра, тип хәбәр итә «Коммерсант».  Был турала «Нефть-газ эшкәртеү-2013» Creon Energy конференцияһында БНК-ның  стратегик үҫеш идаралығы начальнигы Георгий Елисеев та хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, проектты тормошҡа ашырыу өсөн 51 процент Берләшкән нефтехимия компанияһы өлөшө менән берлектәге предприятие төҙөргә планлаштырыла. Акционерҙар уның буйынса һуңғы ҡарарҙы 2015 йыл башында ҡабул итергә йыйына. Проект өсөн сеймал базаһы — «Башнефть»тең яғыулыҡ газдары. Әлеге ваҡытта был яғыулыҡ газдары яндырып һауаға сығарыла йәки «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эске ихтыяждары өсөн файҙаланыла.

Сентябрҙә Берләшкән нефтехимия компанияһы Мексиканың Alpek концерны менән Өфөлә берлектәге предприятие – терефталь кислотаһы (ТФК) һәм полиэтилентерефталат (ПЭТФ) етештереү буйынса (һәр продукт буйынса йылына 600 мең тонна ҡеүәт менән) завод төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Беренсе этапта һәр яҡтан 10 миллион доллар һалырға күҙаллана.