5 декабрь, Дүшәмбе

10 декабрь 2013 йыл, 12:20

Башҡорт опера һәм балет театрында Салауат Низаметдиновтың һуңғы әҫәре ҡуйыла

автор: Розалия Вәлиева

Башҡорт опера һәм балет театрының бәләкәй залында 20 һәм 21 декабрҙә опера труппаһы солистары һәм симфоник оркестр Салауат Низаметдинов музыкаһына ике актта «Нисек мин һине яратам?!» операһын ҡуя.

Режиссер – Рөстәм Ғәлиев, дирижер – Марат Әхмәт-Зарипов, рәссам – Марсель Ҡалмағәмбәтов  (Санкт-Петербург). Спектаклдә театрҙың опера труппаһы солистары һәм симфоник оркестр ҡатнаша.

«Нисек мин һине яратам?!» — Салауат Низаметдиновтың һуңғы әҫәре. Июнь аҙағында ул опера клавиры өҫтөндә эшен тамамлай, ә оркестровканы эшләп өлгөрмәй – 29 июлдә вафат була. Әҫәр инструментовкаһын Салауат Әхмәҙи улының ижадташ коллегаһы композитор Илдар Хисаметдинов эшләй. Премьераны опера солистары Эльвира Алькина, Эльмира Әхмәтзарипова, Любовь Буторина, Олег Килмөхәмәтов, Владимир Копытов, Катерина Лейше, Ян Лейше, Владимир Орфеев, Илгиз Хәкимов, Олеся Хөснөтдинова әҙерләй.