7 декабрь, Шаршамбы

10 декабрь 2013 йыл, 12:00

Өфөлә «Математика: БДИ-ла иң яҡшылар һәм БДИ бөтәһе өсөн» семинары үтәсәк

автор: Розалия Вәлиева

«Математика: БДИ-ла иң яҡшылар һәм БДИ бөтәһе өсөн» семинары Өфө дәүләт нефть техник университетында 13 һәм 14 декарбҙә үтәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фондының матбуғат хеҙмәтенән.

Уҡытыуҙы БР Фәндәр академияһы менән берлектә ӨДНТУ һәм Академик лицей ойоштора. Семинар быйылғы уҡыу йылын тамамлаусы уҡыусыларға ғына түгел, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләренә, математика уҡытыусыларына ла ҡыҙыҡлы буласаҡ, тип билдәләй ойоштороусылар. Дәрестәрҙе бөтә Рәсәй уҡытыусылар конкурстары лауреаттары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары, Өфөнөң иң яҡшы математиктары Александр Столяров, Михаил Саханевич һәм Наталья Ускова үтәкәрәсәк, уларҙың уҡыусылары бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеү яуланы һәм Рәсәйҙең алдынғы вуздарында уҡыуҙарын уңышлы дауам итә.

Дәрестәр ӨДНТУ-ның 3-сө корпусында (Космонавтар урамы,8) 406-сы аудиторияла үткәрелә. 18 сәғәттә башлана.

Семинарҙа ҡатнашыу өсөн теркәлергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт вузға тиклемге уҡытыу үҙәге сайтында урынлаштырылған.

темалар: белем биреү,бди