6 декабрь, Шишәмбе

10 декабрь 2013 йыл, 9:23

Илфат Ғәлләмов Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙ бойороғо менән быйыл ноябрҙән республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарған Илфат Ғәлләмовты ведомство начальнигы итеп тәғәйенләне,

Илфат Вәис улы Ғәлләмов 1955 йылда Балаҡатай районының Иҫке Масҡары ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1972 йылда Балаҡатай районының Белянка совхозында эшсе булып башлай.

Төрлө йылдарҙа Башҡорт дәүләт пединституты студенттарының профком рәйесе, БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Архив идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, һуңынан начальник урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының Архив эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, БР Архив эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй.