Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә йәш ғалимдарҙың иң яҡшы ғилми проектын һайлаясаҡтар

Йәмғиәт

«УМНИК» фәнни-техник өлкәһендә бәләкәй предприятиелар үҫешенә булышлыҡ итеү фонды программаһы буйынса инновацион проекттар конкурсының  йомғаҡлау сессияһы БР Фәндәр академияһында 9-10 декабрҙә үткәрелә.

БР Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фондының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, финалда республика вуздарында һайлап алыу турын үткән, бер нисә тиҫтә иң яҡшы инновацион проекттар авторҙары ҡатнашасаҡ. Уларҙың ғилми эштәрен эксперт комиссияһы тикшерәсәк, уның составында вуздарҙың һәм ғилми-тикшеренеү ойошмаларының әйҙәүсе белгестәре, шулай уҡ БР Фәндәр академияһы ғалимдары. Финалсылар биш йүнәлеш буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итәсәк: «Мәғлүмәти технологиялар», «Заманса материалдар һәм уларҙы булдырыу технологиялары», «Биотехнологиялар», «Яңы приборҙар һәм аппарат комплекстары» һәм «Киләсәк медицинаһы». Программала ҡатнашыу өсөн төп критерийҙар – фәнни яңылыҡ, актуаллек, продукттың (технологияның) техник әһәмиәте, шулай уҡ проектты бойомға ашырыу мөмкинлеге.

Конкурсҡа 10 декабрҙә йомғаҡ яһаласаҡ.

Программаны финанслауға Фонд йыл һайын 500 миллион һум аҡса бүлә. Конкурс еңеүсеһе ике йылға 400 мең һум күләмендә грант аласаҡ. Шулай, конкурстың яҙғы сессияһы барышында Башҡортостандан 15 кеше субсидия алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть