6 декабрь, Шишәмбе

09 декабрь 2013 йыл, 17:02

Мәсетле районында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн фестиваль үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Мәсетле районында ижади фестиваль үтте, унда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҡатнашты. Байрамды «Байтул Мал»,«Альтернатива» хәйриә фондтары, Наил-Хажи исемендәге урындағы мосолмандар ойошмаһы, «Выбор» инициатива төркөмө, Мәсетле районы инвалидтар йәмғиәте, район Мәҙәниәт йорто ойошторҙо.

Фестиваль ҡунаҡтары өсөн «Биҙәү-ҡулланма сәнғәт» күргәҙмәһе ойошторолғайны, ул үҙенең оригиналлеге, сағыу эштәре менән барыһын да хайран ҡалдырҙы.

Йыйылыусылар алдында тәбрикләү телмәре менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова сығыш яһаны.

— Мин һеҙҙең менән ғорурланам, сөнки һеҙ – ихтыяр көсөнә эйә кешеләр, — тине ул сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.

Конкурста ҡатнашыусылар жюри ағзалары хөкөмөнә вокал, хореография, нәфис һүҙ һәм инструменттарҙа уйнау кеүек номинацияларҙа үҙҙәренең иң яҡшы ижади һәләттәрен тәҡдим итте. Бөтә Мәсетле районынан фестивалдә барлығы 70-ләгән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кеше ҡатнашты. Шулай уҡ үҙ сығыштары менән байрам ҡунаҡтарын Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ҡотланы.

«Байтул Мал» фонды етәксеһе Артур Нәсибуллов, артистар өсөн бүләктәрҙе әҙерләүҙә уға «Урал халыҡ кассаһы» кредит ҡулланыусылар кооперативы, «Аиша» журналы, «Хәмзә хажи» исемендәге хәйриә фонды ярҙам итте, тип һөйләне. Бөтә ойоштороусылар ҙа, физик мөмкинлектәре төрлө булған кешеләрҙе берләштерергә ярҙам иткән фестиваль уларға үҙ потенциалын һәм ижадҡа һөйөүен асырға ярҙам итте, тип билдәләне.

— Һәр кеше үҙ эргәһендә ветерандар һәм инвалидтар, ауыр сирле өлкәндәр һәм балалар йәшәүен һәр саҡ иҫендә тоторға тейеш. Был кешеләр ғәжәйеп ихтыяр көсөнә эйә, проблемаларға ҡарамаҫтан, улар тормоштан йәм табып йәшәргә, изге күңелле булып ҡалырға ынтыла, — тине Артур Нәсибуллов.

темалар: хәйриә