4 декабрь, Йәкшәмбе

09 декабрь 2013 йыл, 14:45

Башҡортостанда һыу ҡоролмалары хәүефһеҙлегенең «юл картаһы» раҫланған

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Хөкүмәте республикала гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар планын раҫланы. Республика Хөкүмәте бойороғона 2013 йылдың 6 декабрендә ҡул ҡуйылғайны.

БР Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, республика, шулай уҡ территориаль федераль власть органдарына һәм муниципалитеттарға ай һайын БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына «юл картаһы» сараларының үтәлеше тураһында мәғлүмәт бирергә ҡушылған.

Үтәүгә контроллек итеү Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Эрнст Исаевҡа йөкмәтелгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылда бөтә һыу ҡоролмаларына инвентаризация үткәреү, уларҙы тикшереү, милексене билдәләү һәм хәүефһеҙ файҙаланыуҙы тәьмин итеү буйынса эш планы төҙөү эштәре тамамланырға тейеш, тип алдан хәбәр ителгәйне.

Белешмә. Әлеге ваҡытта республикала 100-ҙән ашыу хужаһыҙ гидротехник ҡоролма иҫәпләнә.