Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Әмир Абдразаҡов тураһында китап сыҡты

Мәҙәниәт

Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә актер, режиссер, «Башҡортостан» киностудияһына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе директоры Әмир Абдразаҡовтың тормошо һәм ижады тураһында һөйләүсе «Дала бөркөтө» тигән китап сыҡты. Уны авторҙар коллективы төҙөнө. Китап башҡорт телендә нәшер ителде, тип хәбәр иттеләр «Китап» нәшриәтендә.

БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әмир Абдразаҡов Башҡортостан телевидениеһын үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе, республикала милли кино яҙмышы өсөн ихлас күңелдән борсолдо. Китап иллюстрацияларға бик бай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть