Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Иҫке Балтаста Башҡортостан Президенты «Көньяҡ» биҫтәһен ҡараны

Сәйәсәт

Иҫке Балтас ауылында Рөстәм Хәмитов «Көньяҡ» биҫтәһен ҡараны, ул «2008-2012 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү» пилот проектын һәм дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән.

Бында йәшәү өсөн бөтә кәрәкле инфраструктура булдырылған – 70 урынлыҡ балалар баҡсаһы, 90 уҡыусылыҡ башланғыс мәктәп, фельдшер-акушер пункты, инженер системалары комплексы төҙөлгән.

Республика Президенты башланғыс мәктәптә булды, унда ул спорт залын, компьютер, лингафон кластарын, кабинеттарҙы ҡараны. Уҡытыусылар Рөстәм Хәмитовҡа, балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән дәрестәргә йөрөй, тип һөйләне. Үҙ сиратында, республика етәксеһе интернет тиҙлеген арттырырға кәңәш итте, әлеге ваҡытта уның тиҙлеге секундына 0,5 мегабит тәшкил итә, ә был етерлек түгел.

Балалар баҡсаһында Рөстәм Хәмитов төркөмдәрҙе ҡараны, унда башҡарылған төҙөлөш эштәренең сифатын тикшерҙе.

Сәфәр сиктәрендә республика Президенты биҫтәлә төҙөлә башлаған физкультура-сәләмәтләндереү комплексында эштәр барышы менән танышты. Проекттың хаҡы – 96 миллион һум, объекттың майҙаны – 4,5 мең квадрат метр. Комплекста бассейн, күнекмәләр, гимнастика залдары, кейем алмаштырыу, душ бүлмәләре ҡаралған.

— Был мөһим объект, төҙөлөш барышын үҙем контролдә тотасаҡмын. Һынатмағыҙ, — тип мөрәжәғәт итте подрядсыларға Рөстәм Хәмитов.

Проект буйынса «Көньяҡ» биҫтәһе территорияһында 218 ғаилә йәшәйәсәк. Биҫтәне төҙөүҙең смета хаҡы 259 миллион һум тиерлек тәшкил итә, шул иҫәптән 86,4 миллион һумы – федераль бюджет средстволары, 172,6 миллион һумы – республика бюджетынан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть