10 декабрь, Шәмбе

09 декабрь 2013 йыл, 14:14

Башҡортостанда алты йәшерен уйын клубы ябылды

автор: Дмитрий Слезин

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 7-8 декабрҙә полиция хеҙмәткәрҙәре республика ҡалаларында алты йәшерен уйын йорто эшләүен асыҡланы.

Мәҫәлән, Өфөлә полиция Урман техникумы урамында урынлашҡан клубты япты. 21 уйын ҡорамалы тартып алынды.

Ишембай ҡалаһында ике клубтың эшмәкәрлеге туҡтатылды, 9 ҡорамал тартып алынды.

Нефтекамала Парк, Төҙөүселәр һәм Комсомол урамдарындағы өс уйын клубы ябылды. 21 уйын автоматы тартып алынды.

Был факттар буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә.