6 декабрь, Шишәмбе

09 декабрь 2013 йыл, 12:01

2014 йылда Башҡортостанға 3500 мигрант килә ала

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо менән 2014 йылға Башҡортостан Республикаһына 3500 сит ил гражданына ваҡытлыса йәшәүгә килеүгә рөхсәт бирелде. Шулай итеп, киләһе йылда Башҡортостанға 3500 мигрант килә ала.

Волга буйы округына квота 15150 дана тәшкил итте. Бөтәһе Рәсәй буйынса квота — 95880 рөхсәт.

Сағыштырыу өсөн: быйыл сит ил граждандары өсөн Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәүгә квота 105 мең рөхсәт тәшкил иткәйне.

темалар: мигранттар