Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Үрге Тәтешлелә Рөстәм Хәмитов урындағы эшҡыуарҙарҙың продукцияһы менән танышты

Сәйәсәт

Үрге Тәтешле ауылында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында шәхси эшҡыуар Рәүис Делмөхәмәтовтың производство базаһында булды, унда төҙөлөш материалдары эшләйҙәр, шул иҫәптән профнастил; пеноблоктар, тимер бетон ҡулсалар һәм тротуар плиткалары; быяла пакеттар. Предприятиела биш цех бар. Унда 70-тән артыҡ кеше эшләй, уртаса айлыҡ эш хаҡы – 24 мең һум.

Рөстәм Хәмитов производство линияларын ҡараны, төҙөлөш продукцияһы сығарыу технологиялары менән танышты, компанияның үҫешенә ҡамасаулаған проблемалар бармы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. Етәксе Рәүис Делмөхәмәтов, бөгөнгө көнгә проблемалар һәм ҡыйынлыҡтар юҡ, тип яуап бирҙе. Шуға бәйле Рөстәм Хәмитов, производствоны киңәйтергә һәм һатыу күләмен арттырырға кәрәк, тине.

Артабан Рөстәм Хәмитов бер йыл элек асылған «Алисс» сауҙа үҙәгенә инде, унда ул мебель етештереү менән шөғөлләнгән урындағы эшҡыуарҙың сауҙа нөктәһен ҡараны. Республика Президенты, мебель һорау менән файҙаланамы һәм ниндәй ассортиментта,тип ҡыҙыҡһынды. Хужа, продукция киң ассортиментта тәҡдим ителгән һәм талап етерлек, тип яуап бирҙе.

Үрге Тәтешленең урындағы аҙыҡ-түлек супермаркеттарының береһендә Башҡортостан Президенты кәштәләрҙә урындағы етештереүселәрҙең продукттары нисек ҡуйылғанлығын ҡараны, бигерәк тә минераль һыуҙар, сырҙар, колбаса аҙыҡтары. Ассортиментты өйрәнеү ауыл халҡына башлыса күрше төбәктәрҙә сығарылған продукттарҙы тәҡдим итеүҙәрен күрһәтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть