Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Тәтешле һәм Балтас райондарына барып ҡайтты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәмбе, 7 декабрҙә,  республиканың Тәтешле һәм Балтас райондарына барып ҡайтты.

Иң элек ул Үрге Тәтешле ауылында урынлашҡан «МегаБит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең производство базаһына барҙы. Предприятиела эштәр спектры киң — полистиролбетон блоктар етештереү, металдан изделиелар әҙерләү, төҙөлөш материалдары һатыу һәм башҡалар.

Республика Президенты производство базаһын ҡараны, нисә кеше эшләүе, күпме эш хаҡы алыуҙары менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие етәксеһе Камил Ибәтуллин базала 115 кеше эшләүе, эшселәр — 19-ар мең, сварщиктар 23-әр мең һум эш хаҡы алыуҙары хаҡында хәбәр итте.

Рөстәм Хәмитов, предприятиела ниндәй продукция сығаралар, уға талап бармы, тип һораны. Металдан изделиеларға — мангалдар, тимер беседкалар, карауаттар — талап ҙур булыуы асыҡданды, шул иҫәптән республиканан ситтә лә, атап әйткәндә, күрше Пермь крайында.

Хәҙерге ваҡытта компания производство һәм социаль объекттар төҙөй, шул иҫәптән биш торлаҡ йорт һәм сауҙа үҙәге. Йыл башынан алып үҙ проекттарын бойомға ашырыуға предприятие 17 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть