5 декабрь, Дүшәмбе

06 декабрь 2013 йыл, 18:07

Рәсәйҙең 11 төбәге һайлау комиссиялары хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Федерацияһының 11 субъекты һайлау комиссиялары төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Килешеү Өфөлә үткәрелгән «Хәҙерге Рәсәйҙә һайлау системаһын үҫтереүҙең 20 йыллыҡ тәжрибәһе: ҡаҙаныштар, проблемалар, перспективалар» төбәк-ара ғилми-ғәмәли  конференцияһының йомғаҡлау этабы булды.

Яҡтар Рәсәй граждандарының һайлау хоҡуҡтарын тәьмин итеү өсөн тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында һайлау комиссияларының үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләшеп килеште.  

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев, был мөһим сәйәси ваҡиға, тип билдәләне.  

— Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан өйрәнерлек нәмәләр байтаҡ, шуға күрә бөгөн документҡа административ сик буйынса күршеләр генә түгел, шулай уҡ Камчатканан Калининградҡа тиклем һайлау комиссиялары вәкилдәре ҡул ҡуя.

«Хәҙерге Рәсәйҙә һайлау системаһын үҫтереүҙең 20 йыллыҡ тәжрибәһе: ҡаҙаныштар, проблемалар, перспективалар» төбәк-ара ғилми-ғәмәли  конференцияһының пленар өлөшөндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Илдең 11 төбәгенән һайлау комиссиялары вәкилдәре коллегалары менән үҙ тәжрибәһе һәм тәҡдимдәре менән уртаҡлашты. Форум эшендә Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев, Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Нина Кулясова ҡатнашты.