5 декабрь, Дүшәмбе

06 декабрь 2013 йыл, 17:52

Халыҡ-ара телдәр фестивале үткәрелә

автор: Әлим Фәйезов

ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитеты етәкселегендә Башҡортостанда Өфө дәүләт нефть техник университетында 7-8 декабрҙә III Халыҡ-ара телдәр фестивале үткәрелә.

ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитеты хәбәр итеүенсә, сара 7 декабрҙә 11 сәғәттә ӨДНТУ-ның 8-се корпусы йыйылыштар залы сәхнәһендә фестивалде асыу тантанаһынан башлана, программала фестивалдә ҡатнашыусыларҙың телдәрен презентациялау һәм нефть университетының ижади коллективы әҙерләгән байрам концерты.

14.30 – 18.30 – ӨДНТУ-ның 2-се һәм 3-сө корпустарында телдәрҙе презентациялау программаһы. Бында төрлө форматтағы 140-лаған сығыш (телде презентациялау, лингвоконцерттар, төрлө лингвистик һәм культурологик тематикаға докладтар, брейн-ринг). 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы донъяның ете тел ғаиләһенән 45 тел вәкиле исеменән сығыш яһаясаҡ. Программаға шулай уҡ «Техник прогресс хеҙмәтендә сит телдәр» һәм «Сит телдәр һәм донъя мәҙәниәте» темаларына докладтар индерелгән. Фестивалдең беренсе көнө Башҡортостанда III Халыҡ-ара телдәр фестивале йомғаҡтары буйынса түңәрәк өҫтәл менән тамамланасаҡ.

Йәкшәмбе, 8 декабрҙә, фестивалгә ситтән килеүселәр өсөн мәҙәни программа ҡаралған – ӨДНТУ музейына һәм Өфөнөң мәҙәни-тарихи урындары буйлап экскурсия.