8 декабрь, Кесе йома

06 декабрь 2013 йыл, 17:34

Яңы күргәҙмә залын асыу Александр Бурзянцевҡа арналды

автор: Алик Шакиров

Өфөнөң «Мираҫ» галереяһы ХХ быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостандың иң сағыу һәм үҙенсәлекле рәссамдарының береһе – Александр Бурзянцевтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған күргәҙмә менән яңы экспозиция залын аса.

«Мираҫ» галереяһынан хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә 1950 йылдарҙың беренсе яртыһындағы этюдтарҙан башлап рәссам үҙенең һуңғы рәсемдәрен төшөргән 1990 йылдар уртаһына тиклем эштәр тәҡдим ителәсәк. Бында шулай уҡ рәссамдың тормошона һәм ижадына бәйле, әлегә тиклем күптәр күрмәгән уникаль архив материалдары, фотографиялар, әйберҙәр ҡуйыласаҡ. 1953 йылда Александр Бурзянцев уҡытыусыһы Иван Горюшкин-Сорокопудов менән осрашҡандан һуң Ивановканан  китә, уҡытыусыһы унан хушлашҡанда: “һин нимәне нығыраҡ яратаһың, тормоштомо, әллә сәнғәттеме?” тип һорай. Рәссамдың тормошо быға үҙе яуап, сөнки ғүмер уға сәнғәткә хеҙмәт итеү өсөн кәрәк булды.

Бөйөк оҫтаның полотнолары Дәүләт Третьяков галереяһы (Мәскәү), Рус Дәүләт музейы (Санкт-Петербург) йыйынтыҡтарында, М.В.Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө) һәм илдең башҡа тиҫтәләгән музейында һаҡлана. Ул юғары исемдәргә лайыҡ, белгестәрҙә һәм тамашасыларҙа киң танылыу яулаған. Һәр саҡ асыҡ, киң күңелле кеше булды.

Күргәҙмә 11 декабрҙән 2014 йылдың 31 ғинуарына тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 72 адресы буйынса уҙа.

Инеү ирекле.