4 декабрь, Йәкшәмбе

06 декабрь 2013 йыл, 16:34

Өфөлә Сочи-2014 олимпия миҙалдарын күрһәттеләр

автор: Дмитрий Слезин | фото: Лия Ғөбәйҙуллина

Ошо көндәрҙә «Уфа-Арена» спорт комплексында 2014 йылда Сочиҙа ҡышҡы Олимпия уйындары миҙалдарының презентацияһы үтте. Сарала олимпия призеры Алексей Селиверстов һәм паралимпия чемпионы Рима Баталова ҡатнашты. Ҡәҙимге миҙалдар алдағыларҙан ауырыраҡ (ауырлығы буйынса) һәм үҙенсәлекле (һүрәте буйынса).

«Сочи 2014» миҙалдары сағыу, үҙенсәлекле дизайнда эшләнгән һәм Рәсәй тарихында беренсе ҡышҡы Олимпия уйындарының берҙәм стилистикаһын: ҡояштың алтын нурҙары ҡарлы тау баштары призмаһы аша сағылыуын, йылы диңгеҙ менән һыуыҡ боҙҙоң күршеләшеүен – дауам итә.

Гравировка ярҙамында наградаларға фирмалы «ҡорама юрған»ы һалынған – 2014 йыл Уйындары образы, Рәсәй халыҡтарының күп яҡлы мәҙәни традицияларын символлаштыра. Металдың һәм поликарбонаттың ғәҙәти булмаған бәйләнеше изделиеларға еңеллек һәм үҙенсәлекле матурлыҡ бирә. Миҙалдың алғы яғында Олимпия түңәрәктәре һынландырылған. Артҡы яғында – инглиз телендә ярыш төрөнөң исеме һәм «Сочи 2014» уйындарының эмблемаһы. Уйындарҙың рәсми атамаһы рус, инглиз һәм француз телдәрендә награданың ҡырында урынлаштырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Сочиҙағы Олимпия уйындарында Рәсәй спортсыларына беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындарға: 4 миллион һум – алтын миҙал өсөн; 2,5 миллион һум – көмөш өсөн; 1,7 миллион һум – бронза өсөн — приз суммаһы тураһында яҙылған ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәйҙә беренсе ҡышҡы Олимпиаданың стартына тиклем ике ай самаһы ваҡыт ҡалды – уйындар 2014 йылдың 7-23 февралендә үтәсәк.