Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан Полоцк концлагерында һәләк булған яугирҙарҙың туғандарын эҙләйҙәр

Йәмғиәт

Беларусь Республикаһы Новополоцк ҡалаһының «Хәрби дан разведчиктары» хәрби-патриотик клубы Башҡортостан халҡынан, 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән туғандары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Полоцкиҙың «Дулаг-125» концлагерында һәләк булыуын раҫлаусы белдереү ҡағыҙы йәки башҡа документтары булһа, хәбәр итеүҙәрен үтенә. Мәғлүмәт төҙөлә башлаған «Урочище Пески» мемориаль комплексының хәтер стенаһындағы исемлеккә һәләк булыусыларҙың исемдәрен индереү маҡсатында йыйыла.

Һәйкәл ҡойоу тураһындағы ҡарар 2010 йылда уҡ ҡабул ителгән, уны Полоцк ҡалаһының «Белорусский Фонд мира» ойошмаһы башлап сыға. Әлеге ваҡытта хәтер стенаһы ҡуйылған, кәртәләп алынған. Ойоштороусыларҙың төп идеяһы буйынса, мемориаль комплекста инеү төркөмө – часовня һәм башҡа архитектура элементтары буласаҡ. Был маҡсаттарға средстволар йыйыу дауам итә.

Мәғлүмәтте «Хәрби дан разведчиктары» хәрби-патриотик клубы етәксеһе Евгения Трапезникованың электрон адресына ебәрергә мөмкин: trapecia@ttut.by.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть