3 декабрь, Шәмбе

06 декабрь 2013 йыл, 15:25

Салауат Сәғитов: “Муттар саммит һылтауы менән байырға маташа”

автор: Сергей Захаров

«Башҡортостанда республика һәм Өфө бизнесына, дәүләт учреждениеларына, йәнәһе, 2015 йылда ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусылар араһында таратыласаҡ китапта уның тураһында презентация материалдары  баҫырға тәҡдим итеүсе ойошмалар барлыҡҡа килде», — тип хәбәр итте журналистар менән осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. Ул әле үк ошондай бер нисә хәл теркәлеүен билдәләне.

«Мутлашыусылар, Өфө хакимиәте башлығы йәки хөкүмәт ағзалары менән килешелгән тип, ялған хат күрһәтәләр. Был бизнесты беҙ тыя алмайбыҙ, әммә рәсми рәүештә шуны белдерәбеҙ — был баҫмалар саммиттарҙа Өфөнөң презентация кейсына эләгеренә бер ниндәй гарантия юҡ. Саммит үткән көндәрҙә таратыласаҡ һәр баҫма, сувенир һәм башҡа продукция Башҡортостан Хөкүмәте менән килешеү буйынса «Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмө» тарафынан ғына әҙерләнә һәм Рәсәй Президенты Хакимиәте тарафынан раҫлана», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.