7 декабрь, Шаршамбы

06 декабрь 2013 йыл, 14:18

Республика Йәмәғәт палатаһы «Кроношпан» заводы төҙөлөшө мәсьәләһен артабан тикшерә

автор: Людмила Терновая

Өфөлә БР Йәмәғәт палатаһының «Кроношпан» заводы төҙөлөшө мәсьәләһенә арналған ултырыш үтте. Быныһында министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, йәмәғәтселәр һәм эксперттар төҙөлә башлаған предприятиеның проект документтарын өйрәнергә йыйылды. Республика Йәмәғәт палатаһы рәйесе Рәмил Бигнов, Башҡортостан территорияһында ағас эшкәртеү предприятиеһын төҙөү мәсьәләһе хәҙер ил етәкселеге күҙ уңында тора, тип белдерҙе.

Инициативалы төркөм вәкиле Павел Ксенофонтов, үҙенең һәм уның коллегаларының һуңғы аҙнала Михаил Бабич тарафынан ойошторолған эш төркөмөнә «бик күп һорауҙары» йыйылды, тип хәбәр итте. Тулы хоҡуҡлы вәкил менән осрашыу һөҙөмтәһендә «Кроношпан»  заводын төҙөү буйынса мәсьәләне өйрәнеүҙе «таҙа биттән» башларға тигән ҡарар ҡабул ителә, тигәнде иҫкә төшөрөп,  йәмәғәтселәр уларҙың эшенең объективлығында шикләнә башланы. Ксенофонтов шулай уҡ рәсми булмаған сығанаҡтарҙан предприятие етәкселеге хәҙер килеү юлдарын төҙөүҙе дауам итеү өсөн металға заказ биреүе тураһында мәғлүмәт ишетеүе хаҡында хәбәр итә, ул федераль власть менән туҡтатып торолғайны.

Рәмил Бигнов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы имеш-мимештәргә һылтанмайынса, етди факттарға таянырға саҡырҙы.

Проект документын өйрәнеү мәсьәләһе буйынса төп докладсы итеп «Кроношпан» предприятиеһы етәксеһе Ардашер Курбаншо билдәләнде, ул, предприятие етәкселеге алдына Волга буйы федераль округынан эшсе төркөм ағзалары менән эш ултырышы сиктәрендә ҡуйылған бөтә бурыстар үтәлә, тине.

Ултырышҡа экология, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү өлкәһендә эксперттар, технологтар саҡырылғайны. Уларҙың ҡайһы берҙәре иреш-талаш ҡубыуы, һәм бындай шарттарҙа конструктив һөйләшеү алып барып булмауы сәбәпле ултырышты ташлап сығып китте.

— Беҙ инде нисәмә йыл сәнәғәт предприятиеларында яңы ябыҡ һыу әйләнеше технологияһын эшкәртеү менән шөғөлләнәбеҙ, — тине «Индиго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү технологияһы буйынса эксперт Илфир Кашапов. — Был технология тирә-яҡ мөхиткә ҡалдыҡтарҙы ташлауҙы туҡтатырға мөмкинлек бирә. Предприятие һыуҙы ҡулланмай тиерлек, ул әҙләп кенә ала. Һыу ауыр металдарҙан, фенолдан, нефть продукттарынан таҙартыла һәм уны ҡайтанан ҡулланырға була. Һөҙөмтәлә бер нисә маҡсатҡа ирешелә: беренсенән, һыу әҙ ҡулланыла, икенсенән тирә-яҡ мөхит бысранмай. Ошондай уҡ технологияларҙы «Кроношпан» заводында ла ҡулланып була, ул тәбиғәтте бысратмайынса, республика иҡтисадын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк.  

Дөйөм алғанда, фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар, был осрашыу һуңғыһы түгел һәм завод төҙөлөшөнә бәйле мәсьәләләрҙе тикшереү дауам ителәсәк, тип билдәләне.