Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың 100 һайлау участкаһында автоматлаштырылған система ҡуйыла

Йәмғиәт

2014 йылда Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостандың 100 һайлау участкаһын яңы заманса ҡорамал менән йыһазландырасаҡ. Былар «АРМ» автоматлаштырылған эш урындары, улар электрон протоколдарҙы «Һайлауҙар» дәүләт автоматлаштырылған системаһына оҙатасаҡ. Был турала Өфөлә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев хәбәр итте.

— Был Үҙәк һайлау комиссияһының эксперимент проекты. Һәм ул ғәмәлгә индереләсәк беренсе төбәк — Башҡортостан Республикаһы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары. — Был һайлауҙарҙың асыҡлығын тәьмин итеүҙә яңы аҙым буласаҡ.

Яңы система – кәрәкле программа һалынған махсус компьютер. Участка һайлау комиссиялары ағзалары электрон протокол төҙөйәсәк. «АРМ» урынлаштырылған бөтә участка комиссиялары ағзалары һанлы ҡултамға аласаҡ.

Хәҙер бюллетендарҙы иҫәпләп, протокол тултырып, уға ҡул ҡуйып һәм мисәт баҫып, документтарҙы алыҫ ауылдан район үҙәгенә алып барыуҙың кәрәге булмаясаҡ. Барыһы ла бер үк ваҡытта Мәскәүгә «Һайлауҙар» дәүләт автоматлаштырылған системаһына һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына оҙатыласаҡ.

Леонид Ивлев, проект федераль бюджет иҫәбенә финанслана, тип хәбәр итте. Башҡортостанға участка һайлау комиссиялары ағзаларын яңы ҡорамал менән эшләргә өйрәтергә кәрәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть