5 декабрь, Дүшәмбе

06 декабрь 2013 йыл, 12:43

Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары 2015 йылдың июнь аҙағына – июль башына планлаштырыла

автор: Розалия Вәлиева

ШОС һәм БРИКС саммиттары Өфөлә 2015 йылдың июнь аҙағында йәки июль башында үткәрелә, тип хәбәр итте ИТАР-ТАСС төбәк бюроһында үткән матбуғат конференцияһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.

Әлегә аныҡ дата билдәләнмәгән. Шулай уҡ Салауат Сәғитов, саммитҡа әҙерлек буйынса эш план режимында алып барыла, сараны икенсе ҡалаға күсереү өсөн сәбәптәр юҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Өфөлә отелдәр төҙөлөшө дауам итә, улар, бюджет аҡсаһын ҡулланмай, шәхси инвесторҙар средстволарына төҙөлә, булған ҡунаҡханаларҙы реконструкциялайҙар. Төҙөлөш эштәре Өфө Конгресс-холында ла дауам итә. Бында делегациялар, милли штаб өсөн зоналар, Президенттың эш зонаһы, шулай уҡ һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн бүлмә йыһазладырыласаҡ. Беренсе һәм икенсе ҡат үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ.

— Беҙ 2013 йылғы БРИКС һәм ШОС форумында, G20 кәңәшмәһендә булдыҡ, Дурбанда, Бешкәктә һәм Санкт-Петербургта ошо сараларҙы ойоштороу менән таныштыҡ. Сараны ойоштороусылар менән танышҡандан һәм башҡа осрашыуҙарҙан һуң беҙ, 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС дәүләттәр башлыҡтары осрашыуын лайыҡлы ойоштора аласағыбыҙҙы аңланыҡ, — тине Салауат Сәғитов.

Республика Премьер-министры урынбаҫары фекеренсә, саммитҡа әҙерләнеүҙә төп маҡсаттарҙың береһе – республиканың танылыуын арттырыу, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә уны күтәреү.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостан тураһында Рәсәй төбәктәрендә әҙ беләләр, сит илдәр тураһында һөйләп тораһы ла юҡ, — тине ул.

Был өлкәлә республиканы күтәреү буйынса ҙур презентация эше уҙғарыла. 2013 йылда был линия буйынса ШОС һәм БРИКС илдәрендә барлығы дүрт күләмле презентация үткәрелде. Әлеге ваҡытта Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан бизнестары менән мөнәсәбәттә билдәле бер уңыштарға ирешелде. Астанала Башҡортостан Республикаһы көндәре уңышлы үтте, унда төбәктең иҡтисади ғына түгел, ә мәҙәни потенциалы ла күрһәтелде. ШОС һәм БРИКС илдәренең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн 2013 йылда ШОС илдәре фотохәбәрселәренең халыҡ-ара туры, ШОС илдәренең һәм Рәсәйҙең миллионлы ҡалаларының йәш журналистары, блогерҙары һәм фотохәбәрселәренең халыҡ-ара форумы үткәрелде.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортын реконструкциялауға федераль бюджет 7 миллиард һум аҡса бүлә, тип һөйләне БР транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров. Ремонттан һуң яңыртылған аэропортта өҫтәмә үткәреү пункттары, икенсе осоу-ултырыу линиялары барлыҡҡа киләсәк. Үткәреү мөмкинлеге сәғәтенә 200 кешенән алып 800 кешегә тиклем артасаҡ.

Саммиттар үткәреү ваҡытында ойоштороусыларға Башҡорт дәүләт университетынан һәм медицина университетынан 500-ләп волонтер ярҙам итәсәк.