Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡала Ҡотҡарыу хеҙмәте диспетчерҙары – иң яҡшылар

Йәмғиәт

Өфө «112 Ҡотҡарыу хеҙмәте» мәғлүмәти-диспетчер үҙәге «Волга буйы федераль округы муниципаль берәмегендә иң яҡшы берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте» конкурсында еңеү яуланы. Өфө Мәғлүмәти-диспетчер үҙәге «Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округы субъектының административ үҙәге булған ҡала округында иң яҡшы берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте» номинацияһында лидер тип танылды. Был номинацияла икенсе урынды Киров ҡалаһы Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте, өсөнсө урынды Түбәнге Новгород хеҙмәте яуланы.

Диспетчер хеҙмәттәрен баһалаған критерийҙар шаҡтай күп яҡлы. Хеҙмәттәрҙең заманса техник саралар менән тәьмин ителеше, юғары кадрҙар менән тулыланыуы, уларҙың әҙерлек кимәле, шулай уҡ һәр диспетчерҙың килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдә оҫта эш итеү һәләте иғтибарға алынды.

Өфө мәғлүмәти-диспетчер үҙәге 1999 йылдың 30 авгусында ойошторолған. Эшләй башлағандан алып оператив дежур итеүселәр граждандарҙан алты миллиондан ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән һәм уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалдырылмаған: хеҙмәткәрҙәр шылтыратыуҙы ҡабул итә, тикшерә, тейешле хеҙмәттәргә йүнәлтә һәм килеп тыуған мәсьәләне хәл итеүҙе мотлаҡ контролдә тота.

Өфө «112 Ҡотҡарыу хеҙмәте» мәғлүмәти-диспетчер үҙәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк үҙәгенең күсмә кубогы һәм Почет грамотаһы менән бүләкләнде, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть