3 декабрь, Шәмбе

06 декабрь 2013 йыл, 11:24

Республиканың йәш яҡташтар командалары «Изге эштәр шатлығы!» акцияһында ҡатнаша

автор: Ғәлиә Нәбиева

Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов инициативаһы менән иғлан ителгән «Изге эштәр шатлығы!» хәйриә акцияһы сиктәрендә Өфө балалар йорттары, үҫмерҙәр клубтары тәрбиәләнеүселәре өсөн буш ваҡытта мәҙәни һәм спорт саралары үткәреү дауам итә. Акцияла йәштәр йәмәғәт берләшмәләре активистары, студенттар ҡатнаша.

5 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Йәш яҡташтар ассоциацияһы активистары Өфө мәҙәни ял итеү комплексында булды. Бөрйән, Тәтешле, Мәсетле, Ғафури, Хәйбулла райондарынан йәш яҡташтар командалары боулингта ярышты.

Сара йәштәрҙә яҡшы хис-тойғолар ҡалдырҙы, йәмәғәтселәр сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе.

«Изге эштәр шатлығы!» акцияһы 2013 йылдың декабрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта 2014 йылда ла акцияны уҙғарыу мөмкинлеге ҡарала.