3 декабрь, Шәмбе

06 декабрь 2013 йыл, 10:07

Өфөлә «Сухой Суперджет» самолеттарын хеҙмәтләндерәсәктәр

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

«Өфө» аэропорты базаһында «Сухой Суперджет-100» тибындағы һауа судноларын хеҙмәтләндереү буйынса техник үҙәк ойошторолдо. Башҡортостан Хөкүмәте, «ЮТэйр» авиакомпанияһы һәм «Гражданские самолеты Сухого» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында өс яҡлы килешеүгә Өфөлә 5 декабрҙә ҡул ҡуйылды.

Килешеү буйынса элек Ту-134 самолеттары хеҙмәтләндерелгән ангарҙы, һауа суднолары өсөн биш туҡталышты льготалы шарттарҙа оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алыу ҡарала. Яңы самолеттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн белгестәрҙе Өфөнөң махсус уҡыу йорттары базаһында әҙерләйәсәктәр. Шулай уҡ документ шарттарына ярашлы, узелдар һәм агрегаттар Башҡортостандың машиналар эшләү предприятиеларында етештереләсәк.

Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында төп ташыусы «Өфө» халыҡ-ара аэропорты базаһында ойоштороласағы хаҡында билдәле булды. Ул «ЮТэйр-Экспресс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Алты «Сухой-Суперджет-100» самолеты авиакомпания ҡарамағына 2014 йыл уртаһында килтерелә, улар финансланған һәм йыйыла башланған инде.

— «Өфө» халыҡ-ара аэропорты, республика сәнәғәте һәм Башҡортостан халҡы өсөн килешеүгә ҡул ҡуйыу үтә мөһим, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — 2014 йылда үҙәк эшләй башлар, тип өмөтләнәбеҙ. Уның эшен тәьмин итеү өсөн беҙҙә бөтә нәмә бар, шул иҫәптән юғары класлы белгестәр ҙә.

Ни өсөн тап Өфө аэропортын «ЮТэйр» авиакомпанияһы өсөн база итеп алыуҙарын авиакомпанияның генераль директоры Андрей Мартиросов аңлатты.

— Өфөлә ышаныслы осоу базаһы, осоу отряды һәм бортпроводниктар хеҙмәте булдырылған, бөтә был эш урындары бында теркәлгән, — тип билдәләне ул. — Өфө аэропорты базаһында авиаүҙәк булдырыу — был беҙҙең авиация сәнәғәте традицияларын үҫтереүгә индергән өлөшөбөҙ. Артабан да бында эш урындарын арттырыуға иҫәп тотабыҙ. «Суперджет» самолетын һайлауҙы беҙ уйлап хәл иттек —әлеге ваҡытта 100 урындан кәмерәк һыйҙырышлы самолеттар баҙарында был иң яҡшы тәҡдим тип иҫәпләйбеҙ. ТУ-134 самолеттары файҙаланыуҙан алынғас, беҙ  реактив самолеттарҙа яҡын һәм урта магистраль ташыуҙарҙа үҙ позициябыҙҙы юғалттыҡ. Бындай самолеттарға талап бар, беҙ был баҙарға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев фекеренсә, «Сухой Суперджет-100» һауа судноларын техник хеҙмәтләндереү буйынса базаны Өфөлә төҙөү тотош аэропортты үҫтереүгә һис шикһеҙ ыңғай тәьҫир итәсәк. Өфөлә база төҙөү һөҙөмтәһендә рейстар һәм йүнәлештәр һаны артасаҡ.  

«Өфө» аэропортынан халыҡ-ара курорт йүнәлештәре (Төркиә, Мысыр) буйынса берлектәге маршруттар селтәрен киңәйтергә, РФ курорттарына (Сочи, Анапа, Краснодар, Геленджик) осоштарҙы, шулай уҡ Нижневартовскиға, Худжандға регуляр рейстарҙы яңыртырға һәм Мәскәү, Яңы Уренгой, Төмән, Тель-Авивҡа рейстар һанын арттырырға планлаштырыла.

Яңы «Сухой Суперджет-100» самолетын шул уҡ көндө Өфөлә презентацияланылар. Sukhoi Superjet 100 (SSJ100) – Alenia Aermacchi ҡатнашлығында «Гражданские самолеты Сухого» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте компанияһы тарафынан етештерелгән 100 урынлыҡ яңы быуын самолеты. Уны етештереүҙә ватан самолеттары эшләүҙә элек файҙаланылмаған технологиялар ҡулланыла. Бөгөн «Sukhoi Superjet 100» самолеттары «Аэрофлот», «Якутия» (Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш төбәгендә иң ҙур авиаташыусы), «Московия», Sky Aviation (Индонезия), Lao Central (Лаос) һәм Interjet (Мексика) авиакомпанияларында файҙаланыла. 2013 йыл аҙағына тиклем «Аэрофлот» һәм «Газпром-авиа» (Рәсәй), Sky Aviation (Индонезия), Interjet (Мексика) авиакомпанияларын «SSJ100» менән тәьмин итеү планлаштырыла.