9 декабрь, Йома

05 декабрь 2013 йыл, 17:57

UTV Өфө телеканалы – ТЭФИ яулаусы

автор: Сергей Захаров

Өфөнөң UTV телеканалының «Яҙғы Бал 2013» проекты «Телевидение һәм тормош: махсус проект» номинацияһында бронза «Орфей» –  «ТЭФИ-Төбәк 2013» милли телевизион премияһының төп призын яуланы.

«Яҙғы Бал» — ул ҙур бейеү байрамы, бөтә сығарылыш уҡыусыларына йыйылырға һәм һуңғы мәктәп ҡыңғырауын тыңларға мөмкинлек бирә. Быйыл тантаналар бер үк ваҡытта Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Орскиҙа һәм Ырымбурҙа үтте. Меңләгән сығарылыш синыфы уҡыусылары үҙ ҡалаларындағы төп майҙандарҙа мәктәп вальсына өйөрөлдө. «Уҡыуҙы тамамлаусылар аллеяһы -2013» асыу – байрамдың апогеяһы булды, ул ун беренсе синыфты тамамлаусыларҙың фотоларынан һәм уларҙың киләсәк һөнәр тураһындағы хыялдарынан торҙо, тип хәбәр иттеләр телеканалда.

Төбәк ТЭФИ-ның финал исемлегенә «Телевизион программа операторы» номинацияһында UTV операторы Дмитрий Вайднерҙың «Кеше. Балерина» тип аталған эше инде.